Ғафури районында башҡорт теле уҡытыусылары форумы дауам итә

Унда республика мәктәптәре һәм күрше өлкәләрҙән 250-нән ашыу делегат ҡатнаша. Сарала телде уҡытыуҙа яңы алымдар хаҡында һүҙ бара. Учалы районы Иманғол урта мәктәбе Башҡортостан Башлығы грантын отто. Аҡса туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарға бүленә. Башҡорт теле уҡытыусыһы Фәнил Бүләков:

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары күтәргән проблемалар, уларҙы хәл итеү юлдары, телде  өйрәнеүҙә өлгөлө миҫалдар хаҡында киләһе аҙна “Асыҡ студия” тапшырыуында һөйләрбеҙ. Ул 28 сентябрҙә 18 сәғәт 15 минутта эфирға сыға.