Республика мәктәптәрендә туҡланыу нисек ойошторолған?

Your browser doesn't support HTML5 video.

Һорау ата-әсәләр өсөн көнүҙәк булып ҡала. Беҙҙеңколлегалар Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбе ашханаһында булып, балаларҙы туҡландырыу шарттары менән танышты.

Санитар-эпидимиологик нормаларҙы иҫәпкә алып мәктәптә туҡланыу биш тапҡыр ойошторолған, һәр ағымда өсәр класс. Ашханаға айырым инеп -сығыу урындары билдәләнгән. Яңы уҡыу йылынан башланғыс кластар бушлай туҡлана. Һәр балаға 55 һумдан тура килгән меню әҙерләнгән.

Мәктәптә күп балалалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәрҙе һәм мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы ашатыу  бушлай. Ә түләүле туҡланыу аҙнаһына 120 һум тәшкил итә.

Балаларҙың сәләмәтлеге уларҙың туҡланыуына туранан-тура бәйле. Шуға ла файҙалы,экологик яҡтан таҙа булған аҙыҡ-түлектәрҙе ҡулланыу, уларҙы дөрөҫ әҙерләү ашхана хеҙмәткәрҙәренең төп бурыстарының береһе.

Раушания Рәхимова.