Төп юл артерияһы булған Ленин һәм Яҡутов урамдарында, атап әйткәндә, 5 километрҙан ашыу юлда ремонт һәм тротуарҙар төҙөлөшө өсөн сығымдар райондан бүленә. Проект өс йылға иҫәпләнгән. Әле «Башкиравтодор» ойошмаһы эшселәре асфальт юлдың өҫкө ҡатламын фрезеровкалауға тотонған. Аҙна аҙағына иҫке асфальт ҡатламы тулыһынса алынып бөтәсәк. Һуңынан сифатлы асфальт түшәләсәк. Проект хаҡы 60 миллион һумға тәшкил итә.
Гүзәл Борханова.