Программа сиктәрендә Бөрө ҡалаһының Луговая урамында урынлашҡан биш торлаҡ йорттоң биләмәләре төҙөкләндерелде. Фатир хужаларының теләге буйынса иң тәүҙә резина түшәлгән хәүефһеҙ балалар һәм спорт майҙансығы булған комплекс сафҡа инде. Бынан тыш, тротуарҙар, парковка яңыртылып, биләмә йәшелләндерелде, видеокүҙәтеү ҡоролмалары ҡуйылды. Һуңғы йылдарҙа бер тапҡыр ҙа ремонтланмаған подъездар заман талаптарына ярашлы итеп үҙгәртелә. Тәртипкә килтерелгән бинала яңы почта йәшниктәре беркетелә.
Флорида Ким.