Сибай ҡалаһында Төбәк-ара мөнәжәт әйтеүселәр конкурсы үтә. Быйыл ул онлайн тәртиптә уҙғарыла. Мөнәжәт әйтеү, нәсихәт башҡарыу, шиғри юлдарға һалынған Ҡөрьән сүрәләрен һөйләү номинациялары буйынса еңеүселәр билдәләнә. “Конкурста теләгән һәр кем ҡатнаша ала”, - ти билдәле сәсәниә, “Урал батыр” сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Асия Ғәйнуллина.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтКонкурс онлайн-режимда 16 октябргә тиклем дауам итә.
Сара барышында “Үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә мөнәжәт һәм нәсихәттәрҙең йоғонтоһо” тигән түңәрәк өҫтәл ойошторола.