Йәкшәмбе таңғы сәғәт 5-тә Өфөлә эсеп алған ир «Матбуғат йорто»ноң ишеген емереп, ҡулдарын яралаған

Your browser doesn't support HTML5 video.

Бинаның һаҡ хеҙмәткәре әйтеүенсә, ул ҡулдары ҡанаған иргә йорттоң тирә-яғын тикшергәндә тап була. Ир үҙенең ҡылығын енәйәтселәрҙән ҡасып эскә инергә теләүе менән аңлата.

Уға ҡарата протокол төҙөлгән. Әле килтерелгән матди зыян күләме иҫәпләнә. Һуңғараҡ билдәле булыуынса, ишектәрҙе емереүсе матди зыянды ҡапларға әҙер булыуын белдергән.