Социаль контракт нигеҙендә яңы эш башлаусы граждандарға күрһәтелгән финанс ярҙам күләме арттырылды. Шулай уҡ программала сират төшөнсәһе индерелде. БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Матур яҙыу, тиҙ уҡыу, менталь арифметика - Өфө үҙәгендә эш башлаясаҡ үҙәктә балалар төрлө йүнәлеш буйынса белемен камиллаштырасаҡ. Эльвира Ғәниева быға тиклем егерме йыл сәнәғәт өлкәһендә финансист булып эшләгән. Быйыл хеҙмәт урынын алмаштырырға була. Ҡуртымға бина алып, косметик ремонт ойоштора. Уҡытыу процессын бында өс бүлмәлә уҙғарыу ҡаралған.
Үҙәктә иллегә яҡын бала шөғөлләнер тип көтөлә. Улар менән ун педагог эшләйәсәк. Эльвира Ғәниева үҙ эшен асыр алдынан мәшғүллек үҙәгенә лә мөрәжәғәт иткән. Социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам алыуға ғариза яҙа. Ыңғай яуап оҙаҡ көттөрмәй.
Сентябрҙә эшҡыуарлыҡ алып барыуға йүнәлтелгән түләүҙәр күләме 100 мең һумдан 250 мең һумға тиклем арттырылды. Быға тиклем адреслы социаль ярҙам алған граждандар ҙа өҫтәмә килешеү төҙөп, ҡалған сумманы алыуға дәғүә итә. Эльвира Ғәниева был мөмкинлекте ҡулынан ысҡындырмаҫҡа иҫәп тота. Балалар үҙәген йыһаздандырыуға тағы ла аҡса талап ителә. Әйткәндәй, дәүләт программаһында аҙ тәьмин ителгән граждандар ҡатнаша ала. Ул биш йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырыла. Эш эҙләү, һөнәри белем алыу, шәхси хужалыҡ алып барыу һәм ауыр тормош хәленән сығыу буйынса комплекслы ярҙам күрһәтелә.
Альбина Юлдашеваның Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәгендә эшләй башлауына ни бары өс ай. Ҡатын апрелдә мәшғүллек үҙәгенә иҫәпкә баҫҡан була, социаль контракт нигеҙендә хеҙмәт урыны менән тәьмин ителгән.
Республика фәҡирлек кимәлен ике тапҡырға кәметеү буйынса пилот проектта ҡатнаша. Аҙ тәьмин ителгән граждандарға ярҙам күрһәтеү бурысы ҡуйылған. Социаль контракт өс айҙан бер йылғаса ваҡытҡа төҙөлә. Тулыраҡ мәғлүмәт артынан Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге филиалдарына, мәшғүллек үҙәге, "Ғаилә" хеҙмәттәре һәм күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә була.
Гөлназ Хәйбуллина.