Барлығы 3,8 миллион тонна иген йыйып алынған. 12 районда иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар урыу тулыһынса тиерлек теүәлләнгән. Стәрлетамаҡ, Илеш һәм Саҡмағош райондарында 200-әр мең тонна иген һуғылған.
Гектар уңдырышлылығы буйынса Саҡмағош, Шишмә, Илеш һәм Дәүләкән райондары алда. Республикала шулай уҡ май культураларын йыйыу ҙа йылдам бара. Әлегә эш майҙандарҙың сирек өлөшөндә тамамланған.