Республикала 2015 йылдан айырым программа эшләп килә. Уның буйынса 187 иҫке йортто һүтеү һәм бында йәшәгән 4 меңдән ашыу кешене күсереү ҡарала. Быйыл программа буйынса 186 миллион һум тотонола.
Аҡса Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды, шулай уҡ республика һәм муниципаль бюджеттан бүленә. Программа киләһе йылда тамамлана.