Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, 45 йәшлек хоҡуҡ һаҡсыһы үҙенең әшнәһе менән яғыулыҡ-ҡойоу станцияһында водителдәрҙе ҡурҡытып аҡса таптырған.
Асыҡланыуынса, бер кешенән ришүәтселәр 100 мең һум талап иткән, икенсеһенән 50 мең һум алырға маташҡан. Әммә ул полицияға мөрөжәғәт иткән. Был ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.