Уны Рәсәй Президенты Владимир Путин видеоконференция тәртибендә үткәрҙе. Ултырышта милли проекттар үтәлеше ҡаралды. Владимир Путин әйтеүенсә, ниндәй генә ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, алдағы 10 йылға билдәләнгән үҫеш планы үҙгәрешһеҙ ҡала. Дәүләт Башлығы төбәктәргә октябргә тиклем милли проекттар буйынса күрһәткестәрҙе тәртипкә килтерергә ҡушты. Владимир Путин торлаҡ төҙөлөшөнә туҡталды. Ул йыл һайын 5 миллиондан ашыу ғаиләнең йәшәү шарттарын яҡшыртыу бурысын ҡуйҙы. Бының өсөн 120 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөргә кәрәк. Башҡортостанда милли проекттар үтәлешенә етди иғтибар бирелә. Быйыл 8 айҙа торлаҡ төҙөлөшө 11 процентҡа артҡан.