Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, план 91 процентҡа үтәлгән. “Юл эксперты” интерактив картаһына 233 меңгә яҡын юл соҡоро индерелгән. Махсус система ярҙамында ремонт барышын күҙәтеп барырға була. Быйыл юл соҡорҙарын ямау былтырғыға ҡарағанда, 2 ярым тапҡырға күберәк башҡарылған.