Өфөләге йорттарҙа көндәр йылы тороуға бәйле йылылыҡты кәметергә ҡарар ителде

Был хаҡта ҡала хакимиәтенән белдерәләр. Тәьмин итеү ойошмалары менән килешеп һалҡындар төшкәнсе фатирҙарға йылы биреүҙе кәметеү йә һүндереп тороу күҙаллана.

Быйыл көндәр иртә һалҡынайтып, йылытыу миҙгеле ғәҙәттәгенән иртәрәк башланды.