Өфөләге өс мәктәп уҡыусылары башҡорт камзолдарында йөрөйәсәк

Your browser doesn't support HTML5 video.

Рәсәй Геройы МиңлеғәлеШайморатов исемендәге кластарҙа белем алыусылар өсөнмахсус мәктәп формаһы булдырылды. Ул башҡорт кавалеристарының хәрби кейеменә оҡшатып стилләштереп тегелгән. Бындай костюмды республика Хөкүмәте ағзаларында ла күрергә мөмкин.

Мәктәп формаһына килгәндә, ул зәңгәр төҫтә. Үлсәмрәте – 28-сенән алып 52-cегә тиклем. «Ағиҙел» предприятиеһы етештергән тәүге коллекцияны Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт республика гимназия-интернаты, 44-се һәм 162-се полилингваль мәктәпуҡыусылары кейәсәк.

Гөлназ Хәйбуллина.