«Салауат Юлаев» клубы тәрбиәләнеүсеһе Андрей Василевский башҡорт хоккейы тарихында беренсе булып Стэнли Кубогын яуланы. Яҡташыбыҙға «Тампа-Бей Лайтнинг» һәм «Даллас Старз» осрашыуында еңеү уңыш килтерҙе.
Ярыш Андрей Василевский командаһы файҙаһына 2:0 иҫәбе менән тамамланды, сериялағы иҫәп 4:2.