Шаран районында мәктәп уҡыусылары араһында спорт ярыштары үтә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Сәләмәт тормош яҡлы. Көндәрҙең йылы тороуы сәбәпле малай-ҡыҙҙар саф һауала көс һынашты. Төрлө дистанцияға кросс йүгереп, әүҙем уйындарҙа ҡатнашып, командаларға бүленеп ярышып уҡыусыларҙың дәрестән тыш ваҡыты күңелле һәм файҙалы үтте. Пандемия менән бәйле һаҡланыу сараларын иҫәпкә алып майҙанда йыйылыусылар 50-нән артманы.

Уҡыусылар ГТО талаптарын тапшырып, көҙгө кросс йүгерҙе. Улар спорт ярыштарында ҙур теләк менән ҡатнашты, сөнки сәләмәт тормошто яҡын күрәләр. Асыҡ һауала спорт уйындары уларҙың физик сәләмәтлеген нығытыуҙан тыш кәйефтәрен күтәреп дәрт өҫтәй.

Дмитрий Агапитов, Шаран ауылы мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы

Флорида Ким.