“Үҫеш нөктәһе”

Быйыл Башҡортостан райондары һәм ҡалаларында цифрлы һәм гуманитар йүнәлешле 42 белем биреү үҙәге асылды. Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылында ла ошондай үҙәк барлыҡҡа килде. Район мәғариф бүлеге вәкиле Фәйрүзә Ибраһимова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Мәктәп уҡыусылары: Тимур Иванов, Дилә Әбйәлилова һәм Марат Алсынбаев тәьҫораттары менән уртаҡлаша.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

2019 йылда “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәрен булдырыу өсөн республикаға федераль ҡаҙнанан 200 миллион һумдан ашыу субсидия бүленгән. Һанлы һәм гуманитар профилле белем биреү үҙәктәре мәктәптәр нигеҙендә барлыҡҡа килә.

Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы 54 район хакимиәте менән уларҙың матди-техник базаһын нығытыу хаҡында килешеү төҙөгән. Алдағы ике йылда Башҡортостандағы бәләкәй ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа 200-ҙән ашыу “Үҫеш нөктәһе” асыу планлаштырыла.