Октябрҙә 21 йәшкәсә уйынсылар араһында Европа чемпионатына һайлап алыу үтә. Рәсәй футболсылары Эстония һәм Латвия менән осраша. Милли команда составында “Өфө” клубынан ярым һаҡсы Артем Голубев сығыш яһай.
Һайлап алыу уйындарына күнекмәләр 4 октябрҙә Мәскәү өлкәһендә башлана. Әле Рәсәй командаһы үҙ төркөмөндә беренсе урында килә.