Башҡортостан юлдарында хәүефле урындар картаһы барлыҡҡа килде

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы авариялар йыш теркәлгән участкаларҙы билдәләгән.

Былтыр ошондай 124 урын булған. Өфөлә 101 участка, федераль трассаларҙа – 12, Стәрлетамаҡта 6 урын күрһәтелгән. Авариялы участкаларҙы дәүләт автоинспекияһы картаһында ҡарарға мөмкин.