Төнгө икеләр тирәһендә Дыуан районында 20 йәшлек егет 10-сы модель «ВАЗ» автомобиле менән ике ҡолонло бейәне бәрҙергән. Юл транспорт осрағы һөҙөмтәһендә 17 йәшлек пассажирҙың ғүмере өҙөлгән, тағы ла өс кеше – урындағы колледж студенттары дауаханаға оҙатылған. Асыҡланыуынса, компания был көндө байрам ойошторған, заправка станцияһына китеп барғанда бәләгә тарыған. Машинаға идара итеүсенең водитель таныҡлығы булмауы, руль артына эскән килеш ултырыуы билдәле. Авария көслө томан шарттарында була, малҡайҙар урында уҡ һәләк булған.
Уҙған тәүлектә республика юлдарында 16 авария теркәлгән, фажиғә һөҙөмтәһендә бер кеше һәләк булған, 21 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Инспекторҙар ике мең ярымдан ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлай, эскән 29 водителгә протокол төҙөлгән.
Гөлназ Хәйбуллина.