«Алға» махсус иҡтисади биләмәһе резиденттарына һалым ташламалары тураһындағы закон Яңы йылдан көсөнә инә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Был документ дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа раҫланды, Башҡортостан башлығы уға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, «Алға» иҡтисади биләмәһе инвесторҙары биш йылға килемгә һалымдан азат ителә.

Шулай уҡ ун йыл буйы транспорт һалымы алынмай. «Алға» биләмәһе Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарында урынлашҡан. Рәсәйҙә әле ошондай 33 майҙансыҡ булдырылған.