Донъялағы иң тәүге асыш

Your browser doesn't support HTML5 video.

Өфө авиация-техник университеты ғалимдарының авиация двигателдәре өлкәһендәге эҙләнеүҙәре иң уңышлыһы. Уҡыу йорто базаһында эшләп килгән авиация технологиялары фәнни-тикшеренеү институты уҡытыусыһы Эдуард Варганяндың докладын Бөтә Рәсәй авиация материалдарын фәнни-тикшеренеү институты иң уңышлыһы тип таныған.

Был уҡыу лабораторияһында юғары тиҙлекле истребителдәргә мөһим деталь һынала. Хәрби самолеттың турбинаһындағы ҡалаҡтары 1500 градус эҫелә сафтан сыҡмаһын өсөн махсус составтан торған ныҡлы иретмәнән етештерелә. Вакуум эсендә хәрби техника өсөн кәрәкле деталдең юғары температурала ла иремәүен күҙәтергә мөмкин.

Эдуард Варданян, Өфө авиация техник университетының авиация технологиялары фәнни-тикшеренеү институты уҡытыусыһы, техник фәндәр кандидаты

Был тематика буйынса Рәсәйҙә бик күп эҙләнәләр, әммә беҙҙең эш иң һөҙөмтәлеһе тип табылды. Индустраиль партнерҙарҙы ла беҙҙең асыш ҡыҙыҡһындырҙы.

Өфө ғалимдары был уңышҡа 25 йыл дауамында эҙләнеү, фәнни тикшеренеүҙәр аша килгән. Юғары температураға сыҙамлы деталь менән сәнәғәт, оборона өсөн эшләгән 30-ҙан ашыу дәүләт предприятиеһы, көньяҡ-көнсығыш Азия илдәре корпорациялары ҡыҙыҡһынған.

Был йүнәлеш комерция йәһәтенән дә бик перспективалы. Яңы асышты иҡтисад секторында ла уңышлы ҡулланырға мөмкин.

Камил Рамаҙанов, Өфө авиация техник университеты ректоры урынбаҫары, лаборатория етәксеһе

Гүзәл Борханова.