Был тәржемәселәрҙең һөнәри байрамы. «Бөгөн сит телдәрҙе белмәй тороп, икенсе дәүләттәр менән бәйләнеш урынлаштырып булмай. Сит тел белеү конкурентлыҡ һәләтен арттыра. Хеҙмәт баҙарында бүтән телдә иркен аралашҡан белгестең баһаһы күтәрелә», – ти эксперттар.
Халыҡ-ара тәржемәселәр федерацияһына 1953 йылда Парижда нигеҙ һалына. Әле ул 70-кә яҡын дәүләттән 100-ҙән ашыу тәржемәселәр ойошмаһын берләштерә.