Стәрлебаш районында ҡояш электр станцияһы төҙөлә

Инвестиция проекты бөгөн ғәмәлгә ашырыла башлай. Был турала Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙа. Станцияның ҡеүәте 25 Мегаватт була, проект өсөн 3 миллиард 400 миллион һум инвестиция йәлеп ителә. Ҡояш электр станцияһы етештергән энергияны Стәрлебаш халҡы һәм яҡын райондарҙа йәшәүселәр ҡуллана. Башҡортостанды альтернатив энергия етештереүсе алдынғы төбәк итеү планлаштырыла, тип яҙа Радий Хәбиров.