Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Ауырғазы районында

Туҡталыштарҙың береһе Таштамаҡ ауылы фельдшер- акушерлыҡ пунктында. Радий Хәбиров социаль селтәрҙә бында эшләүсе фельдшер Людмила Тимофеева тураһында яҙҙы. “Бындай тоғро һәм ышансылы кешеләрҙе мин “ер хужаһы” тип атайым”, ти Республика Башлығы.