Башҡортостанда көнбағыш урыу дауам итә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Күгәрсен районының Тәүәкән ауыл хужалығы майлы культураның өлгөргән өлөшөн көндәр яҡшы торғанда алып бөтөргә ниәтләй. Әле көнбағышты урып-йыйыу эшенә 4 комбайн йәлеп ителгән. Улар өлгөрә алмаһа, ярҙамға тағы икәүҙе сығарабыҙ, ти хужалыҡтың баш агрономы Азамат Хисмәтуллин.

Хужалыҡ баҫыуҙарында майлы культураның гектар ҡеүәте урыны менән 30 центнер, ә район буйынса уртаса күрһәткес майҙанынан 20-25 центнер тәшкил итә. Уңыш иген киптереү комплексына ташыла. Унда техник культура таҙартыла, киптерелә һәм махсус көнбағыш һаҡлау базаларына оҙатыла. Комплекс майҙанында техника бер минутҡа ла туҡтамай, иртә таңдан кискә тиклем эшләй.