Халыҡ сәләмәтлеген нығытыу, социаль әүҙемлек осорон арттырыу маҡсатында саралар планын билдәләгән указға республика башлығы ҡул ҡуйҙы. Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнөндә Радий Хәбиров эш сәфәре менән Ауырғазы районына барҙы. Төбәктә бер юлы ике ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды. Был хаҡта ентекләберәк БСТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин әҙерләгән репортажда.
Таштамаҡ ауылында ҙур байрам. Урындағы халыҡ өсөн яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асыла. Совет осоронда төҙөлгәне күптән заман талаптарына яуап бирмәй ине. Ауыл халҡын хеҙмәтләндереүгә бөтөнләй шарттар булманы тип хәтерләй санитарка Рәйфә Васильева.
Таштамаҡ һәм күрше Уҫман ауылында йәшәүселәрҙе 33 йыллыҡ эш стажы булған фельдшер Людмила Тимофеева хеҙмәтләндерә. Пациенттар исемлегендә 800-гә яҡын кеше. Яңы бина барлыҡ талаптарҙы иҫәпкә алып төҙөлгән. Фельдшер һәм акушер өсөн айырым кабинеттарҙан тыш, процедуралар үткәреү, яраларҙы бәйләй, медицина йыһаздарын һаҡлау өсөн айырым бүлмәләр ҡаралған. Обьект төҙөлөшөнә республика ҡаҙнаһынан 6 миллион ярым һум самаһы аҡса тотонолған.
Ҡорманай һәм Әбсәләм ауылдары халҡы өсөн дә бөгөн яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй башланы. Уны асыуҙы ла урындағы халыҡ ҙур түҙемһеҙлек менән көткән.
Башҡортостанда оҙаҡ йылдар дауамында ауыл медицинаһына етерлек иғтибар бирелмәне тип билдәләне Радий Хәбиров урындағы халҡы менән аралашҡанда. Оло йәштәгеләргә табипҡа күренер өсөн район үҙәгенә йөрөргә тура килде. Шуға ла төбәктәрҙә фельдшер-акушерлыҡ пункттары селтәре эшмәкәрлеген көйләү, уларҙың матди-техник нигеҙен нығытыу һәм ауылдарға аҡ халатлыларҙы йәлеп итеү мөһим.
Ауырғазы районы ветерандары менән аралашҡанда Радий Хәбиров «Башҡортостанда ғүмер оҙайлығы» проекты эш башлауы тураһында белдерҙе. Киләһе өс йыл эсендә республикала оло йәштәгеләрҙең йәшәү сифатын күтәреү йүнәлешендә өҫтәмә саралар ҡарала. Сәләмәтлек мәктәптәрен асыу, спорт һәм физкультура төркөмдәрен булдырыу, оло йәштәгеләрҙең белемен камиллаштырыу курстары асыу ҡарала.
Башҡортостанда шулай уҡ хаҡлы ялдағылар спартакиадаһын уҙғарыу ниәте бар. Турнирҙы ҡыҙыҡлы итеп ойоштороу, йәмәғәтселектә уның бәҫен күтәреү өсөн һәр муниципалеиттетта бөгөндән үк етди саралар күрелә. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, оло йәштәгеләр тормош тәжрибәһенәнә файҙаланыу өсөн уларҙы ирекмәнлек хәрәкәтенә лә әүҙемерәк йәлеп итеү ҡарала.
Рафиҡ Әхмәтшин.