5 октябрҙә Башҡортостанда Уҡытыусылар көнөн 44 меңдән ашыу педагог билдәләй

Республиканың мәғариф өлкәһендә иһә  115 мең хеҙмәткәр эшләй. Мәктәп уҡытыусыларының 92 проценты юғары белемле.

Уҡытыусыларҙың 88 процентын ҡатын-ҡыҙҙар тәшкил итә, һәр икенсе педагогтың эш стажы 20 йылдан күберәк.