“Өфө” футбол клубынан Артем Голубев Рәсәй йәштәр йыйылма командаһына саҡырылды

Йыйындар Новогорск базаһында 4 октябрҙә башлана.

Йәштәрҙең Евро-2021 чемпионатына һайлап алыу этабының хәл иткес матчтары 9 октябрҙә Эстония, 13-өндә Латвия менән үтә.