Мәктәп уҡыусылары һәм дауахана пациенттарына хәләл ит биреләсәк

Your browser doesn't support HTML5 video.

Баймаҡ районында мосолман стандарттары буйынса йылҡы һәм һыйыр итенән ярымфабрикаттар әҙерләү цехын асыу күҙаллана. Проект Башҡортостан башлығы рәйеслегендә үткән инвестиция сәғәтендә ҡаралды.

Радий Хәбиров эшҡыуарҙы кәңәшмәгә Баймаҡ районына эш сәфәре барышында шәхсән саҡырғайны. Уның хужалығы башҡорт тоҡомло ат үрсетеү һәм ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнә. Йүнсел яңы етештереү ҡеүәтен асыуға 23 миллион һум аҡса һалырға иҫәп тота. Төҙөлөш башлар алдынан Баймаҡ ҡалаһында буш торған бинаның милек документтарын юлларға кәрәк. Башҡортостан башлығы республика хөкүмәтенә мәсьәләне хәл итеүҙе тиҙләтергә ҡушты.

Рафиҡ Әхмәтшин.