Йәрмәкәй районында Яланшишмә менән Васильевка ауылдары араһында 9 километр оҙонлоҡта юл төҙөлөшө тамамлана

Your browser doesn't support HTML5 video.

Әле эшселәр икенсе ҡатлам асфальт һала. Объектта эштәр былтыр башланған. Көн һайын бында 30 кешенән торған бригада һәм 10 берәмек техника эшләй. Тиҙҙән эшселәр юл ситенә таш түшәү, юл билдәләре һәм разметкалар ҡуйыуға тотонасаҡ. 

Былтыр төҙөүселәр 3 километр юлды тәртипкә килтерҙе. Быйыл 6 километер арауыҡта асфальт түшәнеләр. Әле эш тамамланып килә. Тиҙҙән ауыл халҡы елдереп кенә район үҙәгенә барып етәсәк.

Ынйы Шафиҡова, Йәрмәкәй районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе

Яланшишмә менән Васильевка ауылдарын тоташтырасаҡ юл Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса алып барыла. Былтыр республика етәксеһенең төбәккә эш сәфәре барышында район халҡы ошо проблеманы күтәргәйне. Сөнки яҙлы-көҙлө ҡырсынташ автоһәүәҫкәрҙәргә ҙур ауырлыҡ тыуҙырған. Төҙөлөшкә 90 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. 

Был юлды беҙ 80-се йылдарҙан көтөк. Күптән кәрәк ине ошондай юл. Хәҙер кеше был юлдан тура Бәләбәйгә йөрөй ала. Яңы юл бик һәйбәт. Барыһына ла иҫәнлек теләйем.

Валентина Спиридонова, Йәрмәкәй районында йәшәүсе

Гөлдәриә Йосопова.