«Педагог Сухомлинскийҙың «Йөрәгемде балаларға бирәм» тигән һүҙҙәре һеҙҙең тынғыһыҙ хеҙмәтегеҙҙең асылын тулы кимәлдә сағылдыра. Фиҙаҡәрлек һәм яуаплылығығыҙ менән юғары педагогия үрҙәрен яулайһығыҙ.
Хәҙерге заман уҡытыусыһы эрудиция, һанлы компетенцияларҙы белеү, уҡыусыларға эскерһеҙ һөйөү һәм түҙемлек, балаларҙы үҙҙәрен камиллаштырыуға ынтылыу һәм үҙаллы фекерләүгә өйрәтеү теләген берләштерә. Уларҙың да һеҙҙе тойоуы, дуҫлашырға, ижад итергә өйрәнеүҙәре һәм яңы офоҡтар асыуға ынтылыуҙары мөһим. Был яҡшы белем биреү күрһәткесе. Коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе юғары булған осорҙа уҡытыусылар иңенә төшкән бурысты ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Зинһар, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, табип кәңәштәрен теүәл үтәгеҙ. Илһамлы хеҙмәтегеҙ артабан да Башҡортостан үҫешенә хеҙмәт итһен!» – тиелә Республика Башлығының Уҡытыусылар көнө уңайынан ҡотлауында.