“Өфө” футбол клубының сафы һирәгәйә

Йонуц  Неделчару карьераһын Грецияның АЕК командаһында дауам итәсәк.

24 йәшлек румын футболсыһы Өфөгә ике йыл элек Бухарестың “Динамо”һынан күсте. Баш ҡала клубы составында  75 уйын уҙғарҙы, бер туп индерҙе.