Баймаҡ районында теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһында кеше ғүмере өҙөлдө

Your browser doesn't support HTML5 video.

Кюветҡа түңкәрелгән «Фольксваген» автомобиле пассажиры, 47 йәшлек ҡатын һәләк булды. Яҡынса мәғлүмәт буйынса, аварияла «Мицубиши Лансер»ға идара итеүсе 26 йәшлек егет ғәйепләнә. Ул алда барған машинаны уҙғанда «Фольскваген»ға бәрелә. Һөҙөмтәлә автомобиль түңкәрелә, ә салондағы пассажирҙың ашығыс ярҙам машинаһы килгәнсе үк йөрәге тибеүҙән туҡтай.

Тикшереү барышында «Мицубиши» водителенең таныҡлығынан мәхрүм ителгән булыуы, руль артына иҫерек килеш ултырғанлығы асыҡлана.

Рафиҡ Әхмәтшин.