Өфөнөң 74-се мәктәбе уҡыусылары «Эко хәстәрлек» акцияһына ҡушылды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Улар бер ай эсендә ун биш контейнер батарейка йыя. Мәғариф учреждениеһы етәкселеге экологик сараға арнап төрлө оҫталыҡ дәрестәре лә ойоштора. Эшлектән сыҡҡан әйберҙәр ҡайҙа утилләштерелә һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлап ҡалыу өсөн ниндәй акциялар үткәрелә? БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Был бәләкәй энергия сығанағы хәүефле матдәләргә тулы. Сүплектә ятҡан бер батарея яҡынса 20 квадрат метр ер участкаһын зарарландыра. Уларҙы тулыһынса юҡҡа сығарыу өсөн тиҫтәләгән йыл талап ителә. Белгестәр әйтеүенсә, хәҙерге осорҙа етештерелгән батареяларҙың әле береһе лә тарҡалмаған. Статистикаға ярашлы, Рәсәйҙә йылына 20 мең тонна етештерелгән батареяларҙың өс проценты ғына эшкәртеүгә ебәрелә. Был хәлде үҙгәртеү «Эко хәстәрлек» проектының төп бурысы. 

Бөтә Рәсәй буынса ғәмәлгә ашырылған «Эко хәстәрлек» акцияһына республика мәктәптәре лә әүҙем ҡушыла. Уҡыусылар өсөн экология дәрестәре уҙғарыла. Өфөнөң 74-се ҡала мәктәбендә белем алыусылар батареяларҙы йыйыуҙа рекордлы һандарға өлгәшә. Бындай һөҙөмтәләргә ирешер өсөн, интернет селтәрендә конкурс иғлан ителә.

Яҡшы ғәҙәттәрҙең береһе – мәктәп уҡыусылары сүп-сарҙы айырып йыйырға өйрәнә. Бының өсөн мәғариф учреждениеһында төрлө уңайлыҡтар булдырылған. 

Экологик акцияла бөтә ил буйынса өс меңдән ашыу мәктәп ҡатнаша. Башҡортостанда аккумуляторҙары йыйыу буйынса 250 белем усағында контейнерҙар ҡуйыла. Ойоштороусылар билдәләүенсә, тирә-яҡ мөхиткә хәстәрле ҡарашты мәктәп эскәмйәһенән тәрбиәләү кәрәк.

Йыйылған батареялар Силәбе өлкәһенә утилләштереләсәк. Әйткәндәй, уҡыусылар ҡалдыҡтарҙың маршрутын онлайн күҙәтә ала. Бының өсөн ойоштороусылар махсус видеояҙма әҙерләргә ниәтләй.

Әлфинә Килдейәрова.