Бикле палаталар, түшәкһеҙ карауаттарҙа хәлдән яҙған пациенттар

Your browser doesn't support HTML5 video.

Был шаҡ ҡатырғыс видеояҙма социаль селтәрҙә йәшен тиҙлегендәй таралды. Интернет ҡулланыусылар Өфө районында эшләп килгән шәхси пансионаттағы хәлгә битараф ҡала алманы. Бөгөн осраҡҡа прокуратура ла  иғтибар итте һәм күҙәтеү органдары ойошмала тикшереү үткәрә.

Социаль селтәрҙә йән өшөткөс яҙма таралғандан һуң, «Минең ғаилә» пансионатының даны тотош интернетҡа таралды. Оло йәштәгеләрҙең йәшәү шарттарын ойошмала эшләгән ҡатын төшөргән. Күргәндәренән аптырашта ҡалған ханымдың түҙемлеге ике көнгә еткән.

Ике көн элек ирҙәр палатаһы ошондай хәлдә булған. Пансионат менән прокуратура ҡыҙыҡһына башлағас бүлмәлә шарттар ҡырҡа үҙгәргән. Матрас һәм түшәктәр барлыҡҡа килгән. Йәшәүселәр ҙә ҡәнәғәтһеҙлек белдермәй.

Ә был палатаға беҙҙе үткәрмәнеләр. Прокуратура хеҙмәткәрҙәре менән журналистарға пансионат хеҙмәткәрҙәре беренсе ҡатта экскурсия үткәрҙе. Асылында иң хәтәре бинаның икенсе ҡатында. Унда палаталар бөтөнләй бикле булып сыҡты.

Бүлмәләрҙең йоҙағына тышҡы яҡтан асҡыс тығылған, ишектәрҙең эске өлөшөндә тотҡалары алынған. Янғын осрағында пансионат тәрбиәләнеүселәре өсөн берҙән-бер сығыу юлы – тәҙрә. Ойошма хеҙмәткәрҙәре, был сара оло йәштәгеләрҙең хәүефһеҙлеге өсөн тип аҡлана.

Шәхси милеккә ҡараған пансионаттар селтәре Өфө ҡалаһы һәм районында эшмәкәрлек алып бара. Йәшәү ҙә осһоҙҙан түгел, тәүлегенә мең һум. Маркетинг та алдан уйланылған. Оло йәштәгеләргә ғаиләләге кеүек хәстәрлек, яҡшы тәрбиә, иркен бүлмәләр һәм уңайлы йәшәү шарттары кеүек вәғәҙәләр менән ҡыҙыҡһындырыла. Люкс йыһаздар асылында реклама фотоларында ғына булып сыҡты. Пансионат етәкселеге иһә конкуренттарға һылтанып, башынан сүп осороуҙы хуп күрҙе.

Социаль селтәрҙәге видеояҙмаға күҙәтеү органдары ла битараф ҡалманы. Тәфтиш комитеты, Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү федераль хеҙмәте, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, прокуратура осраҡ буйынса күләмле тикшереү уҙғарылыуы тураһында иғлан итте.

«Минең ғаилә» ойошмаһындағы күңелһеҙ хәлдән һуң республикала шәхси пансионаттар ҡануни кимәлдә етди күҙәтеүгә алынсаҡ. Юҡһа, матур вәғәҙәләргә алданыусылар, яҡындарын «уңайлы йорт» та түгел, ә «мәхшәр өйөндә» ҡалдырыуҙары бик тә ихтимал.

Рафиҡ Әхмәтшин.