Иҡтисади ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, «Башнефть» республикала инвестиция программаһын дауам итәсәк. Был турала бөгөн республика башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
Башҡортостан башлығы Өфө нефть эшкәртеү заводына барҙы. Унда Башҡортостан менән «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы араһында хеҙмәттәшлек буйынса даими комиссияның күсмә ултырышы үтте. Республика етәксеһе нефть эшкәртеү комплексы эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты. «Башнефть» компанияһы етәксеһе Хәсән Татриев республика башлығына компанияның сәнәғәт һәм инвестиция сәйәсәте тураһында мәғлүмәт еткерҙе.
Артабан республика йортонда Радий Хәбиров менән Хәсән Татриев яңы инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйҙы. Документ нигеҙендә, нефть эшкәртеү заводында көкөрт етештереү линиялары төҙөләсәк. Объект сафҡа индерелеү менән Евро-5, Евро-6 маркалы юғары сифатлы яғыулыҡ етештереүҙә барлыҡҡа килгән көкөрт һәм водородлы газды утилләштереү күләме артасаҡ. Үҙ сиратында һауаға ырғытылған зарарлы матдәләр ҙә шаҡтай кәмейәсәк. Инвестиция килешеүе буйынса «Башнефть» проектты финансларға һәм яңы производствола өҫтәмә эш урындары булдырырға тейеш. Технология линияһын 2023 йылдың йәйендә файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.
Радий Хәбиров менән Хәсән Татриев Башҡортостан менән «Башнефть» араһындағы артабанғы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тураһында ла фекер алышты. Социаль мәсьәләләр, экология хеҙмәттәшлеге, инвестиция программалары һәм быға тиклемге килешеүҙәрҙең үтәлеше иғтибар үҙәгенә сығарылды.
Рафиҡ Әхмәтшин.