Башҡортостан парламенты һәм Профсоюздар федерацияһы араһында килешеү төҙөлдө

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һәм Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы етәксеһе Гүзәл Мирошниченко тейешле документҡа ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәре өлкәһендә ҡануниәтте камиллаштырыу, йәмәғәт ойошмаларын закондар сығарыу эшенә йәлеп итеү, үҙ-ара саралар үткәреү ҡарала. Быға тиклемд дә Профсоюздар федерацияһы тәҡдим иткән башланғыстар депутаттар тарафынан ҡанун булараҡ ҡабул ителгән.