Башҡортостанда 112 мәктәп өлөшләтә карантинға ябылды

Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле 203 класс ситтән тороп уҡыуға күскән. Мәктәптәрҙә санитар-эпидемиологик хәл тотороҡло ҡала, бөтәһен дә дистанцион уҡытыуға күсереү өсөн сәбәп юҡ, тип белдерәләр ведомствонан. Уҙған тәүлектә республикала 47 кешегә коронавирус диагнозы ҡуйылған. Пандемия башланғандан алып, 9 мең 98 кешелә сир асыҡланған.