Башҡортостанда күп ҡатлы йорттарҙағы 2 мең 73 подъезда ремонт тамамланған

Бөгөн вице-премьр – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев район һәм ҡала башлыҡтары менән видеокәңәшмә үткәрҙе. Унда подъездарҙы ремонтлау мәсьәләһе ҡаралды. Әле 107 подъезды төҙөкләндереү дауам итә, 5-ендә ремонт башланмаған. 56 район һәм ҡалала эштәр тулыһынса тамамланған. Борис Беляев эште тиҙләтергә һәм сифатлы башҡарыуға иғтибар итергә ҡушты.