Башҡортостан шашкасылары Рәсәй чемпионаты һәм беренселегендә 23 миҙал яуланы

Интеллектуаль турнир Мәскәү өлкәһендә үтте. Унда өлкән һәм йәш спортсылар ярышты. Донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина ике алтын һәм бер көмөш миҙал алды. Үҫмерҙәр араһында Даниил Ильин шулай уҡ ике алтын һәм бер көмөш награда яуланы. Үҫмерҙәр араһында Тамерлан Әхмәров, Айгизә Мөхәмәтйәнова, Руфина Таулыҡаева беренсе урында, Башҡортостан йыйылма командаһы ла алтынға эйә булды. Еңеү яулаған йәш спортсылар Европа чемпионатына саҡырыу алды.