Быйыл республика комиссияһы 125 мөғәллимдең конкурс эшен ҡараған. Шул иҫәптән 77-һе башҡорт теле һәм 48-е рус теленән уҡыта. Иң яҡшы тип табылған биш тиҫтә уҡытыусыға иллешәр мең һум аҡсалата премия тапшырылды.
Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, йәмғиәттә үҙеңде таныта белеү һәр заман кешеһенең компетенцияһы. Һәм телде уҡытыусыларҙан башҡа быны башҡарыу мөмкин түгел. Тап һеҙҙең хеҙмәт телде, йәмғиәтте, әҙәбиәтте һөйөргә өйрәтә, әхлаҡ тәрбиәләй, тиелде конкурс еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһында. Ә инде башҡорт теле уҡытыусыларының миссияһы хәҙерге тормошта тағы ла әһәмиәтле.
Башҡорт һәм рус теле уҡытыусылары конкурсы 2007 йылдан алып ойошторола. Ошо ваҡыт эсендә республикала дәүләт телдәренә өйрәтеүсе 650 мөғәллимдең хеҙмәте 50 мең һумлыҡ дәртләндереү сараһы менән билдәләнгән.
Айнур Кәбиров.