Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай профсоюздарға закондарға үҙгәрештәр индерергә ярҙам итәсәк

Your browser doesn't support HTML5 video.

Парламент ағзалары менән профсоюздар федерацияһы вәкилдәре Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай йортонда осрашты. Фекер алышыу һөҙөмтәләре буйынса хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Парламент рәйесе әйтеүенсә, республика – Рәсәйҙең йәмәғәт ойошмаларына закондар сығарыу инициативаһы биреүсе һирәк төбәктәренең береһе.