Башҡортостанда агросәнәғәт комплексының мәғлүмәти системаһы барлыҡҡа киләсәк

Your browser doesn't support HTML5 video.

Был турала Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров видеоконференция тәртибендә үткән хөкүмәт ултырышында белдерҙе.

Система 2018 йылда уҡ эшләнә башлаған. Уға инер өсөн һәр ауыл хужалығы тауарҙары етештереүсеһенең шәхси сәхифәһе буласаҡ. Уның аша субсидия алыу өсөн ғариза тапшырырға мөмкин. Һөҙөмтәлә дәүләт ярҙамын алыу процедураһы күпкә еңеләйәсәк.

Айнур Кәбиров.