Вадим Евсеев отставкаға китте. Клуб һәм тренер ошо турала килешкән. Вадим Евсеев “Өфө” футбол командаһын 2019 йылдың мартында етәкләне. Ошо ваҡыт эсендә 55 матч үткәрҙе.
Быйыл Рәсәй Премьер-лигаһында “Өфө” уңышлы сығыш яһай алмай. 10 турҙан һуң команда ни бары 15-се урында килә. Әле “Өфө” футбол клубы тренеры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Арыҫлан Хәлимбәков тәғәйенләнде. Яңы тренерҙың исеме ошо көндәрҙә иғлан ителәсәк.