Юғары хоккей лигаһында Башҡортостан командалары уйнаны. Нефтекама хоккейсылары Мәскәү өлкәһендә “Химки” менән осрашты. Уйын булиттар серияһында “Торос” файҙаһына 2-1 иҫәбенә тамамланды.
Учалы таусылары Новокузнецкиҙан “Металлург”ты ҡабул итте. Майҙан хужалары 0-4 иҫәбенә еңелде. Турнир теҙмәһендә “Торос” – 6-сы, “Горняк” 16-сы урында килә.