Ағиҙел ҡалаһының үҫеш проекты федераль кимәлдә баһа ала

Сочи ҡалаһында Стратегик башланғыстар агентлығының "100 ҡала лидеры" конкурсы ойошторолдо. Унда илдең 24 төбәгенән 36 команда ҡатнашты. 27 проект, шул иҫәптән Башҡортостандан Ағиҙел ҡалаһының үҫеш проекты финалға сыҡты. Ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Фидан Ишемғолов һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Финалға сығыусылар проекттарын федераль һәм төбәк власть органдары, дәүләт корпорациялары, инвесторҙар менән берлектә камиллаштыра һәм ғәмәлгә ашыра ала.