Бөгөн төп командаға ҡапҡа һаҡсыһы Юха Метсола, һаҡсы Павел Коледов һәм һөжүмселәр Данил Башкиров, Александр Кадейкин, Владислав Картаев һәм Вячеслав Солодухин ҡушылды.
Әле КХЛ мәғлүмәттәре буйынса тағы 12 юлаевсы йәрәхәтләнеүселәр исемлегендә ҡала. Бөгөн "Салауат Юлаев" Новосибирскиҙан "Себер" менән осраша, уйын 19 сәғәттә башлана.