Командалағы төп уйынсыларҙан 6 кеше һауыҡҡан, шул иҫәптән ҡапҡасы Юха Метсола, һаҡсы Павел Коледов һәм 4 һөжүмсе – Данил Башкиров, Александр Кадейкин, Владислав Картаев һәм Вячеслав Солодухин.
Новосибирскиҙан “Себер” менән уйын әлеге минуттарҙа “Өфө-Арена”ла башланып тора. Быға тиклем юлаевсыларҙың күпселеге ауырып китеү сәбәпле команда йәштәр составы менән уйнарға мәжбүр булды. Әле тағы ла 12 уйынсы үҙ командаһы өсөн сығыш яһай алмай.