Уның шулай уҡ 2 төр шәкәр диабеты, бронхит, склероз һәм ашҡаҙан аҫты биҫе сирҙәренән яфаланған. Пандемия башланған көндә Башҡортостанда үлем осраҡты 43-кә етте. Һуңғы тәүлектә республикала коронавирус диагнозы тағы ла 46 кешегә ҡуйылған. Шулай итеп пандемия башланған осорҙан яңы инфекция менән сирләүселәр һаны 9144-кә етте. Ошо уҡ ваҡыт арауығында төбәктә сирҙән 8 273 кеше һауыҡҡан.
Һуңғы тәүлектә дауаханаларҙан 39 пациент һауығып сыҡҡан. Сирҙән дауаланыусылар 828 кеше – уларҙың 108-е стационарҙарҙа, 720-һе амбулатор шарттарҙа дауалана. Рәсәйҙә әле коронавирусҡа ҡаршы дарыу һәм вакцина сығарыу буйынса эҙләнеүҙәр дауам итә. Табиптар мәкерле сирҙән һаҡланыуҙың берҙән-бер юлы санитар гигиена , социаль дистанция талаптарын һәм битлек тәртибен теүәл үтәү тип билдәләй.